Дәүләт сиге борондан һаҡланған, хәҙерге ғәскәр тарихы иһә 104 йыл элек башлана. Йәш совет республикаһы 1918 йылдың 28 майында ил сиген һаҡлаусы көстәр тураһында фарман сығара. Сик буйын һаҡлаусылар көнө уңайынан бөгөн тантаналар үтте. Өфөлә Еңеү паркында улар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплексҡа сәскәләр һалынды.







