Бөгөн Өфөлә параходтар парады ойошторолдо. Тантанала йылға транспорты хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары, курсанттар ҡатнашты. Уларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
Эске һыу юлдарының Кама бассейны идаралығы етәксеһе Сергей Сергеев Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.







