"Алға" махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары өсөн һалым ташламалары һаҡлана

Республика парламенты ошо турала закон ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, был биләмәләге ойошмалар тәүге килем алған көндән биш йылға һалым түләүҙән тулыһынса бушатылған. Унан һуң тағы биш йыл буйы табыштың 5 проценты ғына ҡаҙнаға түләнә. Льготалы ваҡыт 7 йылға тиклем оҙайтыла, тине парламент спикеры.

Фото №1 - "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары өсөн һалым ташламалары һаҡлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ