Башҡортостандың мәғариф учреждениелары Шишмә алмаһы менән тәьмин ителәсәк

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, йәш быуынды урындағы продукттар, шул иҫәптән республикала үҫтерелгән йәшелсә һәм емеш-еләк менән туҡландырыу өсөн ҙур эштәр башҡарылды.

Тиҫтәнән ашыу район учреждениеларын хеҙмәтләндәргән балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге быйылдан Шишмә емеш-еләк питомнигы менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Алмалар үҫтереүгә йүнәлтелгән проект төбәктә инвестиция проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Заманса технологиялар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мул уңыш алырға мөминлек бирә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Башҡортостандың мәғариф учреждениелары Шишмә алмаһы менән тәьмин ителәсәк
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ