Мәләүез районында юл хәрәкәте йәш инспекторҙары отрядтарының республика слеты үтте. Өс көн дауамында мәктәп уҡыусылары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү, велосипед менән идара итеү һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү оҫталығында ярышты.
Конкурс һөҙөмтәһендә Ишембай районы командаһы еңеүсе тип табылды. Йәш автоинспекторҙар менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә осрашты.
Улар әлегә велосипед менән генә идара итә. Әммә юлда ҡағиҙәләр бөтәһе өсөн дә бер. Ике тәгәрмәсле транспортҡа, дүрт тәгәрәмәслегә хас талаптар ҡуйыла. Руль бороусы юл билдәләрен белергә, светофор уттарын танырға тейеш. Йәш инспекторҙар уларҙы яҡшы үҙләштергән.
Мәләүез районында республика райондарында уҙғарылған йәш юл хәрәкәте инспекторҙары конкурстарында еңеүселәр йыйылды. Ярыш шарты буйынса команда 4 баланан торҙо. Улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса төҙөлгән викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү оҫталығын да күрһәтте.
«Хәүефһеҙ тәгәрмәс» юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары отрядтары конкурсы быйыл, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы пропаганда хеҙмәтенең 90 йыллығына арналды. Был бүлек хеҙмәткәрҙәре, юлда бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнә. Шуға ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә бәләкәйҙән ихтирам тәрбиәләү уларҙың төп эше.
Эшмәкәрлек һөҙөмтәһе бар. Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары бер ни тиклем кәмей төшкән. Шулай ҙа алда йәйге каникул. Был осорҙа ата-әсәләргә икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк.
Конкурста ҡатнашҡан йәш инспекторҙар береһе лә Мәләүездән бүләкһеҙ ҡайтманы. Призлы урындарҙы яулаған отряд вәкилдәрен ойоштороусылар велосипед һәм скейтбордтар менән бүләкләне. Конкурс еңеүселәрен иһә Бөтә Рәсәй бәйгеһе көтә. Сентябрҙә уҙасаҡ ярышта улар Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин







