Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры премьера тәҡдим итте

«Һинһеҙ килгән яҙҙар» тип исемләнгән мелодрама яҙыусы Зифа Ҡадированың ошо уҡ исемле романы буйынса сәхнәләштерелгән. Сюжет нигеҙендә ике ҡатын-ҡыҙ яҙмышы ята.

Ире хыянат иткәндән һуң, героинялар яңы тормош башлай. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов, рәссамы Альберт Нестеров. Музыкаль яҡтан композитор Рәмис Хәкимов биҙәгән. Яңы сәхнә әҫәрен тағы ла 16 июндә ҡарарға мөмкин.

Фото №1 - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры премьера тәҡдим итте

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ