Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары килде. Александр Чуприян Республика менән идара итеү үҙәген ҡараны, янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән вертолеттың ммөкинлектәре менән танышты, "Элемтәсе" ял базаһында урынлашҡан Донбасстан килеүселәр менән аралашты. Эш сәфәре барышында күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
4 мең литр һыу һәм 400 литр күбек һыйҙырышлы был вертолет – янғын һүндереүселәр өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Ут таулы-урманлы, техника үтә алмаған биләмәлә сыҡҡан осраҡта айырыуса. Ә Башҡортостанда бындай зоналар байтаҡ һәм тап урман янғындары тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Ка-32 вертолетының багына иһә һыуҙы бер минут эсендә генә тултырып алырға мөмкин, һауа транспорты төндә эшләү өсөн прожектор менән дә йыһазландырылған.
Быйыл яҙ ямғырлы килеү сәбәпле, урман янғындары үткән йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Республика менән идра итеү үҙәгендә Башҡортостандың бар тормош-көнкүреше ус төбөндәге һымаҡ.
Белгестәр бар тармаҡтарҙа ла күҙәтеү алып бара, халыҡтан көнүҙәк һорауҙар ҡабул ителә, шунда уҡ уларҙы хәл итеү юлдары барлана. Берҙәм платформа заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Александр Чуприян идара итеү үҙәгенең эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы.
Александр Чуприян менән Радий Хәбиров "Элемтәсе" профилакторийында урынлашҡан Донбасс кешеләре менән дә осрашты. Әле бында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән 209 кеше йәшәй. Улар араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа бар. Күсенеүселәрҙең документтарын тергеҙеү, эшкә урынлаштырыу буйынса проблемалар хәл ителә, медицина тикшереүе уҙғарыла. Профилакторийҙа тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн табиптар дежурлыҡ итә.
Бөгөн Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара чемпионат та башланды. Ярыш янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыусы һөнәрен популярлаштырыуҙы, был спорт төрөн халыҡ-ара кимәлдә танытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һөнәри оҫталыҡ, таһыллыҡ, тиҙлек һәм ҡыйыулыҡ талап иткән чемпионатта Рәсәй командаһынан тыш, Белорусия, Үзбәкстан вәкилдәре лә ҡатнаша. Башҡортостан командаһы ла үҙ көсөн һынай.
Александр Чуприяндың эш сәфәре барышында Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәтен, матди-техник базаны камиллаштырыу буйынса һорауҙар ҙа ҡаралды. Белгестәр әйтеүенсә, был өлкәлә мөһим булмаған бер һорау ҙа юҡ, сөнки эш сифатына, ойоштороу кимәленә кеше ғүмерҙәре бәйле. Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр һәр саҡ сафта, ташҡынмы, янғынмы, тәбиғәт ғәрәсәтеме улар тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа.
Рәмзиә Кәримова





