Өфөлә Славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәните фестивале үтте

«XXI быуат славяндары» Славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәните фестивале «АРТ-квадрат» тың тамашалар майҙансығында үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренлә йәшәгән славян халыҡтары йәшәйеше менән танышырға мөмкин ине. Халыҡ мәҙәните һәм материаль булмаған мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған байрам хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Фестивалдең мәртәбәле ҡунаҡтарын ҙур ҡапҡанан уҡ урыҫ милли кейемдәрендә йәш ҡыҙҙар моңло йырҙар менән ҡаршылай. Ҡырҡтартмасылар тәмле перәниктәрҙе тәмләтә. Йылы һәм ҡояшлы көн, күңелле халыҡ йырҙары, дәртле бейеүҙәр тамашаға килгән олоһо-кесеһенә байрам кәйефе өҫтәй.

Фестивалдә республиканың туғыҙ төбәгенән милли-мәҙәни үҙәктәр ҡатнашты. Тамашаға килгән ҡунаҡтар беҙҙең республикала йәшәгән славян халыҡтарының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли аш-һыуҙары, уйындары менән таныша алды.

XXI быуат славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәните фестивалендә оҙон таяҡтарҙа йөрөгән артистарҙы ла тап итергә мөмкин ине. Борондан бер генә славян байрамы ла уларҙан тыш үткәрелмәгән. Оҙон кешеләр менән әңгәмәләшергә буй етәрлекме икәнен беҙ ҙә самалап ҡараныҡ.

Дыуан районы Ярославка ауылынан килгән ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле сығыштарын тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Ҡылыс менән оҫта эш итеүсе казактар сығышы ла тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бынан тыш, оҫталыҡ дәрестәре, театр, музыка коллективтары, сәхнә оҫталары сығышы ла сараға килеүселәр күңеленә хуш килде. Фестиваль программаһы сиктәрендә республиканың иң яҡшы тип табылған славян халыҡтары проекттары күрһәтелде.

Халыҡ бындай байрамдарҙы ике йыл буйына түҙемһеҙләнеп көттө. Бөгөн һауа торошо ла яҡшы, ҡояш та йылыһын йомарт өлөшә. Славян йыр-моңдары, йолалары менән бүлешеүҙән һәр кем кинәнес таба. Йәштәрҙең  юғары мәҙәниәтле , дуҫлыҡ ептәрен нығытыусы булыуҙары ҡыуаныслы күренеш.

Павел Качкаев, «Башҡортостан рустары соборы» президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты

« XXI быуат славяндары» яҙмаһы һәм мәҙәниәте фестивале – Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан рустары соборы», Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң берлектәге проекты. Ул славян халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау , үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар дуҫлығын нығытыу маҡсатын ҡуйҙы.

Фото №1 - Өфөлә Славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәните фестивале үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ