Башҡортостандың «Өфө» футбол клубы премьер-лиганан төшөп ҡалды

«Өфө» һәм «Ырымбур» командалары араһындағы икенсе уйын дәғүәселәр файҙаһына 2-1 иҫәбе менән тамамланды. Иҫәпте беренсе тайм башында ҡунаҡтар асты. Яҡташтарыбыҙ Юрий Журавлев тырышлығы менән тәнәфес алдынан ғына иҫәпте тигеҙләй алды.

Уйындың яҙмышы һуңғы минуттарҙа хәл ителде. Андрей Малыхтың уңышы «Ырымбур» клубына еңеү килтерҙе. Шулай итеп, күрше өлкә командаһы ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса премьер-лигала сығыш яһау хоҡуғын яуланы. Ә Алексей Стукалов тәрбиәләнеүселәре артабан милли футбол лигаһында уйнаясаҡ. 

Фото №1 - Башҡортостандың «Өфө» футбол клубы премьер-лиганан төшөп ҡалды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ