Балалар лагерҙарына юллама алған ата-әсәләр сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтара ала. Уны алыу шарттары тураһында Мәғариф һәм фән министрлығы белгесе Рәмзиә Бикҡужина һөйләй.
Кешбек программаһы буйынса аҡса ҡайтарыу өсөн мирпутешествий.рфсатында теркәлергә кәрәк. Ата-әсәнең “Мир” картаһы булыуы мөһим. Рәмзиә Бикҡужина дауам итә.
Балалар өсөн туристик кешбэк программаһы быйыл 31 мартта башланды. Ул 31 августҡа тиклем дауам итә. Быйыл Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы өсөн 1 миллиард 800 миллионға яҡын һум аҡса бүленә.







