Оло Ыҡтамаҡта үҙәк район дауаханаһы яңыртыла. Ашығыс ярҙам станцияһы булған 63 урынлыҡ медицина учреждениеһы 92 йылда төҙөлә башланған дауахананың икенсе сираты буласаҡ.
Тарих һәм бөгөнгөнө тоташтырған күпер, тиергә лә мөмкин. Яңы төҙөлә башлаған бина иҫке корпус менән көпләнгән йылы үткәүел менән тоташтырыла. Был ҡоролма табиптар, пациенттар өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Дауахананың икенсе комплексы сафҡа инеүе беренсел медик-санитар ярҙам сифатын яңы кимәлгә күтәрәсәк. Шулай уҡ иҫкергән терапевт бүлеген дә бушатыу мөмкинлеге тыуа. Ул киләсәктә медицина персоналы өсөн торлаҡ булараҡ файҙаланыласаҡ. Яңыртылған үҙәк район дауаханаһында тәүге пациент ноябрь аҙағында ҡабул ителәсәк.
Айнур Кәбиров




