Бәләбәйҙә бер йәшлек бала юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән

 Ғәҙәттән тыш хәл йәкшәмбе кис ҡаланың Войков һәм Пионер урамдары киҫелешендә теркәлгән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, "Тойота Спринтер" водителе һулға боролған ваҡытта юғары тиҙлектә килеүсе "Лада Калина"ны үткәрмәй.

 Авария һөҙөмтәһендә Рәсәй транспортында ултырған бала ауыр тән йәрәхәттәре ала. Ул ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатыла. Дауаханаға сабыйҙың атаһы ла һалына. Иномарка водителе менән уның пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән.

Фото №1 - Бәләбәйҙә бер йәшлек бала юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ