Быға тиклем сығарылыш класс уҡыусылары география, химия һәм әҙәбиәт фәндәре буйынса белемен һынаһа, бөгөн рус теленән имтихан тапшыра. Артабан уларҙы профилле математика буйынса һынау көтә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Берҙәм дәүләт имтихандары үтәсәк белем усаҡтарына 11-се класс уҡыусылары ағыла. Бөгөн иң мөһим имтихандарҙың береһе – рус теленән һынау. Ул барыһы өсөн дә, хатта уҡыуын дауам итергә теләмәүселәргә лә мотлаҡ фән. Теркәлеп, кластарға үтер алдынан, һәр кем, хатта БЮТ каналының ижади төркөө лә, металл эҙләү ҡоролмаһы менән тикшерелә. Тулҡынланыу йөҙҙәренә сыҡһа ла, уҡыусылар үҙҙәрен тыныс тота.
Паспорт, бер нисә ҡара ручка, һыу һәм шоколад. Имтиханға индерергә мөмкин булған предметтар шуның менән сикләнә. Шпаргалка һәм гаджеттарҙы тикшереү имтиханды ойоштороусылар күҙәтеүендә. Улар, әйткәндәй, бында бер нисә нөктәлә тора. Мониторинг онлайн-форматта ла бара. Берҙәм дәүләт имтихандары уҡыусылар өсөн генә түгел, ойоштороусылар өсөн дә ҙур көсөргәнеш.
27 күнегеүҙе уҡыусылар 3 сәғәт ярымда эшләргә тейеш. Аттестат алыр өсөн 24 балл йыйыу мөһим. Имтихан һөҙөмтәләре 17 июнгә тиклем билдәле буласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, республикала рус теленән имтиханды 16500-ҙән ашыу уҡыусы тапшырасаҡ. Һынау иртәгә лә дауам итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина,




