Әле яңы цехты төҙөү, йыһазландырыу башланған. Тарихи предприятиелағы заманса үҙгәрештәр менән бөгөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.
Игорь Комаров республикаға эш сәфәре барышында «Буринтех» предприятиеһында, «Йәшлек хаус» үҙәгендә лә булды. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Офистағы һымаҡ таҙалыҡ, тәртип. Тик заманса ҡоролмалар ғына был бинала етештереү барышын күрһәтә. «Буринтех» Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара кимәлдә билдәле предприятие. Цехтарҙа быраулау, скважиналарҙы капиталь ремонтлау өсөн юғары технологиялы ҡоролмалар һәм реагенттар сығарыла.
Өфө заводының продукцияһы менән билдәле нефть-газ компаниялары ҡуллана. Әле предприятиела 2 мең тирәһе кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы – 84 мең һум. Игорь Комаров менән Радий Хәбиров предприятиеның мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
«Фармстандарт-Өфөвита» йәмғиәте лә – Башҡортостандың ғорурлығы. Баш ҡала үҙәгендәге тарихи завод тәүге осорҙа кондитер продукцияһы сығарыуға махсуслаша, ә 1941 йылдан витаминдар етештерә башлай. Әле иһә бында төрлө сирҙәрҙән дауалаған дарыуҙар эшләнә. Ҡеүәттәр артыуын иҫәпкә алып, заводта 5 йыл элек Өфө канализация селтәренә түгелгән һыуҙы таҙартыу системаһы ҡуйылған.
Халыҡҡа Өфө витамин заводы булараҡ билдәле тарихи предприятиела әлеге ваҡытта 250-гә яҡын дарыу препараттары сығарыла, импортты алмаштырыу шарттарында һәм короновирус инфекцияһы менән бәйле етештереү ҡеүәттәре тағы арттырылған. Һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтарҙың береһе – күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн сығарылған «Тауфон» препараты, шыйыҡса тап ошо цехтарҙа ҡойола.
Коронавирус пандемияһы башланғандан һуң Өфө предприятиеһында «Гамковидвак» вакцинаһы етештерелә башлай, былтыр иһә цехтар «Спутник лайт» препаратын эшләүгә күсә. Һөҙөмтәлә етештереү индексы 259 проценттан артып китә, 69 миллиард һумдан ашыуға продукция оҙатыла. Әле урында яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә асылған «Йәшлек хаус» йорто – хәҙер йәш быуындың иң яратҡан урындарының береһе, бында ижади түңәрәктәргә лә, хәрби-патриотик клубтарға ла, ирекмәндәргә лә, эҙәрмәндәргә лә урын табылған. Игорь Комаров менән Радий Хәбиров йәштәр үҙәгендә «Осҡон» халыҡ театры коллективы менән дә осрашты. Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы студенттар театры быйыл «Театраль Волга буйы» конкурсында ла еңеү яулаған.
Игорь Комаров эш сәфәре сиктәрендә шулай уҡ иҡтисади үҫешкә һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған кәңәшмә лә уҙғарҙы. Әле иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡлана, әммә туҡталып ҡалырға ярамай. Күп тармаҡтарҙа сит илдәрҙән индерелгән ҡоролмалар ҡулланыла. Шуға күрә импортты алмаштырыу, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, эш урындарын һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек талап ителә. Матди ныҡлыҡ үҙ сиратында социаль йөкләмәләрҙе өҙөклөкһөҙ үтәүгә лә килтерәсәк.
Рәмзиә Кәримова




