Күңелле һәм файҙалы сәйәхәт...

Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә «Күреү буйынса инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау һәм абилитациялау» программаһына Иглин районы ла әүҙем ҡушылды. Районда Өфө мәктәптәрендә белем алған балаларға ойошторолған экскурсия хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөләге 28-се, 16-сы коррекция мәктәптәренән 18 бала һәм 16 өлкән кешенән торған төркөмдө «Мизюк» крәҫтиән-фермер хужалығында йылы ҡаршыланылар. Сәйәхәттең беренсе нөктәһендә балалар йорт хайуандары менән яҡыныраҡ таныша алды. Балалар быҙауҙарға һөт эсерҙе, һауын цехын, һыйырҙар йәшәгән урынды ҡараны. Аттарҙы икмәк менән һыйлағандан һуң, һыбай йөрөп ҡараны.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға зоотерапия бик файҙалы шөғөл. Атта һыбай йөрөү тынысландыра, көсөргәнеште кәметә. Тома һуҡыр балаларға бындай аралашыу тик файҙаға ғына. Айгизә менән Әҙилә атта һыбай йөрөүҙән ыңғай тәьҫораттар алған.

Йылҡы үрсетеүсе Мизюктар ғаиләһе һәм уларҙың хужалығы менән танышҡандан һуң балалар «Балтика» тарихи-мәҙәни үҙәгендә Белорусс халҡының йәшәйеше һәм мәҙәниәте менән танышты. Экскурсия үткәреүселәр Өфө ҡунаҡтарына һаламдан, ағастан эшләнгән әйберҙәр, йорт йыһаздары, ҡулдан туҡылған етен таҫтамалдар, өҫ кейемдәре хаҡында бай мәғлүмәт еткерҙе. Малай-ҡыҙҙар  йүкәнән үрелгән сабатаны тотоп ҡараны, май бешеүҙә ҡатнашты.

Күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың Иглин еренә сәйәхәте ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм күңелле концерт менән йомғаҡланды. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан ойошторолған сара һуңында балалар төшкө аш менән һыйланды. Иң мөһиме: осрашыу малай-ҡыҙҙар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Фото №1 - Күңелле һәм файҙалы сәйәхәт...

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ