1901 йылдың май аҙағында Антон Павлович ҡатыны менән бергә Башҡортостанға юллана. Бында ул бер ай дауамында ҡымыҙ эсеп туберкулездан дауалана. Хәҙер әҙип ял иткән урында балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан. Учреждение Чехов исемен йөрөтә. Бөйөк рус яҙыусыһы иҫтәлегенә арналған сараны БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ыҡсым ғына бүлмә. Тап бында теүәл 121 йыл элек бөйөк рус яҙыусыһы ваҡытлыса йәшәп киткән. Мебель, барлыҡ йыһаздар уҙған быуат атмосфераһын хәтерләтә. Экспозиция архив материалдар, Антон Чеховтың ҡатыны Ольга Книпперҙың хәтирәләренә, яҙмаларына таянып тергеҙелгән.
Өҫтәлдә уҙған быуатта баҫтырылған гәзит-журналдар, шәм яна... Стенала иһә картиналар, тарихи фотоһүрәттәр. Ҡырҡынсы кабина алдында яҙыусының Ольга Книпперҙың бергә ултырыуын да күрергә мөмкин. Әйткәндәй, улар Башҡортостанға килер алдынан яңы ғына өйләнешкән булған.
Ҡасандыр Чехов йәшәгән кабина хәҙер тулыһынса йорт-музей булараҡ үҙгәртеп ҡоролған. Икенсе бүлмәлә әҙиптең ижады менән танышырға була. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалҡыулығында Андреев шифаханаһының ойошторолоу тарихы тураһында бай мәғлүмәт тупланған.
Антон Чехов ҡаты сирләгән булған. Көслө йүтәлдән интеккән. Лев Толстой кәңәше буйынса ул Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланырға килә. Табип кәңәштәренә ярашлы, әҙип көнөнә дүрт шешә шифалы эсемлек эскән. Бер аҙна эсендә хатта һигеҙ фунтҡа, йәғни яҡынса өс килограмм ярымға тулылана. Был турала әҙип яҡындарына хат яҙып та хәбәр иткән.
А.П.Чехов шифиханала дауалау курсы үткәндә Башҡортостан тәбиғәтенә ғашиҡ була. Көн һайын ул саф һауа һуларға, ҡоштар тауышын тыңларға яҡындағы тау башына күтәрелгән. Элек әҙип ял иткән осорҙа унда ни бары эскәмйә генә урынлашҡан була. Ә инде 1904 йылда шифахана етәкселеге ҡушыуы буйынса билдәле рус яҙыусыһы иҫтәлегенә тау башында беседка ҡуйыла. Ҡоролма даими яңыртылып тора. Унда һәр ваҡыт экскурсиялар ойошторола.
«Чехов менән Андреев шифаханаһы буйлап» тип исемләнгән байрамда ҡатнашыусылар ҙа яҙыусы йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтте. Беседканан асылған матурлыҡҡа күҙ һалды. Һәр кем Әлшәй еренең хозур тәбиғәт күренештәре, шифалы ҡымыҙ менән дан тотоуына инанды. Сара сиктәрендә әҙиптең тормош һәм ижад юлына арналған ғилми-ғәмәли конференция ла үтте. Антон Павловичтың шифаханала ял иткән осорҙа яҙылған хаттары уҡылды, әҫәрҙәре сәхнәләштерелде.
Конференцияға Андреев шифаханаһына нигеҙ һалыусы Дурилиндар вариҫтары ла саҡырылғайны. Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡтар Чеховтың йорт-музейына тарихи материалдар, китаптар бүләк итте. Шулай уҡ сара барышында концерт ҡуйылды, күргәҙмә эшләне. «Балсыҡ уйынсыҡтар» оҫтаханаһында шөғөлләнеүселәр ижад аша Антон Чеховтың геройҙарын һынландырҙы. Бында ла беседкаға урын табылды. Әйткәндәй, Чехов исемен йөрөткән балалар һауыҡтырыу лагерында әҙәбиәткә һөйөү кесе йәштән үк тәрбиәләнә. Бында «Алтын бала саҡ» тип исемләнгән түңәрәк уңышлы эшләп килә.
Гөлназ Хәйбуллина







