8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә яңы түләүҙәргә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Пособие түләү һорауҙарын контролдә тотоу өсөн Пенсия фонды етәкселеге менән Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил араһында килешеү төҙөлдө. Граждандар ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки Пенсия фонды йүнәлеше буйынса шәхсән тапшыра ала.

Был социаль ярҙам сараһы ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса индерелде. Был аҙнала пособие республикала йәшәгән 89 мең балаға күсерелде лә инде.

Был пособие һәр ғаилә өсөн әһәмиәтле. Аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр ҡиммәтләнгән осорҙа яңы түләүҙәр мөһим ярҙам булып тора. Пенсия фондында ғаризаларҙы эшкәртеү менән таныштым. Пособие һәр ғаиләгә закон менән ҡаралған ваҡытта еткерелергә тейеш.

Ольга Панчихина, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле
Фото №1 - 8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә яңы түләүҙәргә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ