Яҙыусы Әнәс Вәлиуллин «Николай Некрасовҡа – 200 йыл» миҙалына лайыҡ булды

Рәсәй әҙәбиәтен  үҫтереүгә  индергән өлөшө өсөн. Башҡортостан вәкиле «Николай Некрасовҡа – 200 йыл» миҙалына лайыҡ булды. Рәсәй Яҙыусылар союзы булдырған йәмәғәт наградаһы Иглин районы хакимиәте матбуғат хеҙмәтенең баш белгесе, яҙыусы-прозаик Әнәс Вәлиуллинға тапшырылды.

Ҡәләм оҫтаһының «Атайым күҙҙәре» тип исемләнгән хикәйәһе «Рәсәй прозаһы антологияһы»на ингән. Абруйлы баҫма илдең иң әһәмиәтле авторҙары әҫәрҙәрен туплаған. Әнәс Вәлиуллин – «Федор Достоевский» миҙалы һәм «Наследие» йондоҙо эйәһе, «Йыл яҙыусыһы» милли әҙәби премияһы номинанты ла.

Аркадий Шакшин псевдонимы аҫтында ижад иткән замандашыбыҙҙың әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәрҙе тормошсан әҫәрҙәре менән арбай.

Фото №1 - Яҙыусы Әнәс Вәлиуллин «Николай Некрасовҡа – 200 йыл» миҙалына лайыҡ булды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ