Шаранда 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова призына еңел атлетика буйынса ярыш үтте

Быйыл ун өсөнсө тапҡыр уҙғарылған спорт сараһында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренән алып 30 йәшкәсә йәштәр ҡатнашты. Улар 60 метрҙан алып 2 саҡрымғаса алыҫлыҡҡа йүгерҙе. Стартҡа 400-ҙән ашыу кеше баҫты.

Сәләмәтлеге буйынса физик мөмикнлектәре сикләнгәндәр ҙә үҙ көсөн һынаны. «Спорт легендаһы» еңел атлетика кросында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл Баҡалы, Мишкә, Илеш, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы әүҙемлек күрһәтте. Еңеүселәр Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фонды грамоталары, кубоктары һәм миҙалдары менән бүләкләнде. 

Балалар 5 йәштән алып йүгерә. Быйыл стартҡа илле кескәй спортсы баҫты. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, улар был байрамда ҡатнаша һәм еңеүсе исемен ала. Һау-сәләмәт быуын үҫтереүҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләү мөһим.

Рима Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы
Фото №1 - Шаранда 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова призына еңел атлетика буйынса ярыш үтте

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ