Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ил халҡы 147 миллионға еткән. Башҡортостан халыҡ һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында, беҙҙә 4 миллион 90 мең кеше йәшәй. Был Волга буйы федераль окургындағы иң юғары күрһәткес. Республикала халыҡ һанының артыуын иҡтисади шарттар менән аңлатырға була, ти Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.
Иҫәп алыуҙың аныҡ һөҙөмтәләре йыл аҙағында билдәле була. Һандар бөгөн иғлан ителгән мәғлүмәттәрҙән әллә ни айырылмаясаҡ, ти белгестәр.







