Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Грант суммаһы 690 мең һум була. Дәүләт ярҙамы урта һөнәри белем биреү системаһы абруйын күтәреү өсөн бүленә. Хөкүмәткә 15 августҡа тиклем гранттар тураһында положение әҙерләргә ҡушылған.







