Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ҡасабаһының 1-се лицейы филиалында капиталь ремонт яһала

Оло Аҡа ауылы балалары каникулға сыҡһа ла, мәктәп гөрләп тора. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ҡасабаһының 1-се лицейы филиалында капиталь ремонт бара. Төҙөүселәр 49 миллиан һумдан ашыуға ремонт эштәре башҡарасаҡ.

Төҙөкләндереү саралары апрелдә үк башланған. Эшселәргә бинаның нигеҙенән алып түбәһенә тиклем яңыртырға тура киләсәк. Әле иҫке иҙәндәр, электр линиялары, йылытыу системаһы һүтелгән. Төҙөүселәр электр монтажлау, штукатурка һәм фасадты көпләү менән мәшғүл.

1986 йылда һалынған мәктәптә быға тиклем капиталь ремонт үткәне юҡ. Бынан тыш, яңы мебель һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары ла алыу ҡаралған. Мәктәптә бер нисә ауыл балалары уҡый һәм белем усағын заман талаптарына яраҡлаштырыу көнүҙәк, тип билдәләй уҡытыусылар.

Фото №1 - Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ҡасабаһының 1-се лицейы филиалында капиталь ремонт яһала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ