Республика профсоюздар федерацияһы вәкилдәре Өфөлә Беренсе май аллеяһындағы ташҡа сәскә һалды

Баш ҡалала 1905 йылдың 1 майында тимер юл эшселәре лайыҡлы хеҙмәт шарттары талап итеп митингҡа сыҡҡан. Әммә уларҙың йыйылышы хоҡуҡ органдар тарафынан туҡтатылған.

1969 йылда бында иҫтәлекле таш ҡуйылған. Республика Профсоюздар федерацияһы аллеяны тәртипкә килтереп, ҡарап тора. Күптән түгел 23 шыршы ултыртылған. Әйтергә кәрәк, ағас үҫентеләре профсоюздар йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан үҫтерелгән.

Өфө йылғаһына матур күренеш асылған тау башында эскәмйәләр ҡуйылған. Теүәл бер айҙан профсоюздар федерацияһының бер быуатлыҡ юбилей саралары көтөлә.

Фото №1 - Республика профсоюздар федерацияһы вәкилдәре Өфөлә Беренсе май аллеяһындағы ташҡа сәскә һалды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ