«Һаумы, һаумы, әкиәт!» Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүсе балалар араһында ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Гала-концертта сығыш яһау бәхете эләкте. Оло сәхнәлә «йондоҙҙай» балҡыған малай-ҡыҙҙарҙың тәүге уңыштарын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.
«Зөһрә» башҡорт халыҡ әкиәтен Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Әминә Аллабирҙина һөйләне. Театрҙың оло сәхнәһендә ҡыҙ үҙен ысын артист кеүек күрһәтте. Халыҡ ижады өлгөһөн тамашасыларға еткергәндә айырыуса интонацияға баҫым яһаны. Телмәре асыҡ, ҡубыҙҙа оҫта уйнай, йыр-моңға ла маһир.
Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусылар ҡала конкурсында быйыл меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, 1-7-cе синыф уҡыусылары халыҡ ижады әҫәрҙәрен тасуири һөйләп телмәр байлығын, артислыҡ һәләттәрен күрһәтте. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, Гала-концертҡа үтеүселәр араһында Өфөнөң 42-cе лицейынан Марат Яубаҫаров та бар. Үҫмер Әбйәлил батырҙай көслө булырға ынтыла.
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы 2010 йылдан алып уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ ижады байрамында меңдәрсә бала үҙ көсөн һынап ҡарап, телмәр байлығын арттырған. Быйыл да бәйгенең район этаптарында ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булған. Финалға иң-иңдәр генә һайлап алынған.
Гала-концертта «Ғаилә менән сәхнәләштереү» номинацияһында еңеүселәр ҙә тәбрикләнде. Ливиза менән Наил Нәбиуллиндар балалары менән бергә нанай халыҡ әкиәте «Айога»ны тәҡдим итте.
Гала-концертта ҡатнашыусылар йыр-моң, уйын-көлкө донъяһына ла сәйәхәт ҡылды. Сара аҙағында әкиәт иле менән таныштырыусы йәш артистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәр «Йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар», «Әкиәттәр – халыҡ аҡылы хазинаһы» номинацияларында ла билдәләнде. Төбәк-ара кимәлдәге конкурс йомғаҡтары иһә 10 июндә иғлан ителә.
Гөлназ Хәйбуллина




