Башҡортостан менән Татарстан үҙ-ара хеҙмәттәшлеген нығыта

Яҡтар араһындағы килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу планына бөгөн Ҡазанда Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов ҡул ҡуйҙы. Документ 2022- 2024 йылдарға иҫәпләнгән.

Төбәк башлыҡтары осрашыуында яҡтар араһында тауар әйләнеше буйынса фекер алышынды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул 34 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Рөстәм Миңлеханов әйтеүенсә, бөгөн ике республика өсөн дә мөһим булған ике документҡа ҡул ҡуйылды. Улар ярҙамында яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек тағы ла нығыясаҡ. Башҡортостан етәксеһе үҙ сиратында, килеп тыуған иҡтисади хәлдә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек оло әһәмиәткә эйә, тип билдәләне.

Фото №1 - Башҡортостан менән Татарстан үҙ-ара хеҙмәттәшлеген нығыта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ