Өфөлә хирургия буйынса халыҡ-ара олимпиада башланды. Ул медицина университеттары студенттары араһында үтә. “Тәжрибә уртаҡлашабыҙ, оҫталыҡҡа өйрәнәбеҙ, яңы алымдар үҙләштерәбеҙ”, - ти Ҡырғыҙстандан килгән Турсун Мөхәммәтов һәм Өфөнән Салауат Мәғәфүров.
“Олимпиадала көслө командалар ҡатнаша. Бөгөн иң ҡатмарлы һынауҙар үтә”, - ти ярышты ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия факультеты хеҙмәткәре Фәһим Ирназаров.







