Бөгөн Өфөлә ошондай исем аҫтында халыҡ-ара форум башланды. Конференция СССР-ҙың 100 йыллығына, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнала. Сара барышында түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр, экспедициялар, конференциялар ҡаралған. Форумды ойоштороусы, “Тыныслыҡ юлы” фонды президенты Ирина Умнова- Конюхова һөйләй.
Форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Европа, Азия, Көнъяҡ Америка илдәренән ҡатнашыусылар бар. Вьетнам юристары ассоциацияһы вәкиле Нгуен Куок Хунг Вьетнам Рәсәй хеҙмәттәшлеге темаһына доклад менән сығыш яһай.
Халыҡ-ара форум Өфөлә 3 июнгә тиклем бара. Артабан конференцияны Силәбе өлкәһе ҡабул итә.







