Башҡортостанда тәүге хәрби-илһөйәрлек тәрбиә үҙәге эшләй башланы

Шишмә районында “Патриот” паркы биләмәһендә “Авангард” тип исемләнгән үҙәк асылды. Бында егеттәр хәрби әҙерлек үтә, армия тормошо менән таныша ала. Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-майор Олег Брагин әйтеүенсә, республикалағы үҙәк проекты илдә иң яҡшыларҙан иҫәпләнә.

Башҡортостанда тәүге хәрби-илһөйәрлек тәрбиә үҙәге эшләй башланы

“Авангард” хәрби-илһөйәрлек тәрбиә үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Киләсәктә тағы икенсе һәм өсөнсө сираты файҙаланыуға тапшырыла. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө мәктәп-интернаты директоры Фәнил Солтанғолов билдәләүенсә, хәрби-илһөйәрлек үҙәгендә егеттәргә дөрөҫ физик һәм рухи тәрбиә биреләсәк.

Башҡортостанда тәүге хәрби-илһөйәрлек тәрбиә үҙәге эшләй башланы
Фото №1 - Башҡортостанда тәүге хәрби-илһөйәрлек тәрбиә үҙәге эшләй башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ