Ике йөҙ үҫмер биш көн буйы «Патриот» паркында хәрби әҙерлек үтәсәк. Физик күнекмәләр, атыу ҡоралы менән эш итеү, сафта йөрөү буйынса һәм ил тарихы дәрестәре аласаҡ. Яңы сафҡа ингән хәрби әҙерлек комплексты асыу тантанаһында Радий Хәбиров, Рәсәй геройҙары, хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты.
Был егеттәр әле сафта атлай ҙа белмәй. Уң менән һулды бутап командаларҙы ла яңылыш үтәүселәр бар. Әммә ни бары биш көндән сафтар тигеҙәйә, егеттәр ҙә турая , баштар ҙа ғорурыраҡ күтәрелә башлай, тип ышандыра инструкторҙар. Тап ошо мәлдә үҫмерҙәр өлкәнәйеп, тормошҡа аңлы һәм ышаныслыраҡ ҡараш ала.
Әрме ихтыяры, атака, баҫым, ғорурлыҡ , әүҙемлек – Рәсәй һағы. Авангард һүҙе тап ошо төшөнсәләрҙең баш хәрефенән туплана. Бигерәк тә әлеге мәлдә, сит илдәрҙең баҫымы көсәйгәндә илһөйәрлек тәрбиәләүсе үҙәктең барлыҡҡа килеүе көнүҙәк, ти хәрбиҙәр.
«Авангард» хәрби-патриотик үҙәк йылына ике йөҙөшәр үҙмәрҙән торған 19 смена ҡабул итәсәк. Киләсәктә иһә тәүге хәрби әҙерлек үтеүселәр һанын йылына ете меңгә тиклем еткереү күҙаллана. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. «Авангард» үҙәгенең «Патриот» паркы биләмәһендә урынлашыуы ла быға булышлыҡ итә.
Радий Хәбиров «Патриот» паркын хәрби әҙерлек үтеү генә түгел, ә ғаилә менән ял итеү үҙәге итергә ҡушты. Үҫмерҙәр физик, тактик һәм хәрби әҙерлек үткәндә ата-әсәләр ҙә файҙалы ял минуттары кисерһен өсөн. Төҙөлөштөң икенсе сиратында тап ошо башланғыстар иҫәпкә алынасаҡ.
Хәрби-патриотик ял һәм мәҙәниәт паркының янында «Геройҙар уҙышы» уҙғарыу өсөн ҡаршылыҡтар һыҙаты ойошторолоуы ла комплексты тулыландыра ғына. Әйткәндәй, 4 июндә үтәсәк ярыштарҙа Радий Хәбиров та ҡатнашыу теләге белдерҙе.
Айнур Кәбиров





