Һөҙөмтәлә идарасы компаниялар һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр теркәлгән. Мәсьәлә йылылыҡ өсөн хаҡтарға ҡағыла. Тикшереүгә республика халҡының күпләп мөрәжәғәте сәбәпсе булған. Һорау төбәктең Йәмәғәт палатаһында ҡаралды.
Түңәрәк өҫтәлдә профилле структуралар, баш ҡала хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм мөрәжәғәт итеүселәр ҡатнашты. Әңгәмә барышында дәүләт комитетының тикшереү һөҙөмтәләре йәмәғәтселеккә сығарылмауы, халыҡтың хәбәрҙар булмауы, «БАШРТС» ойошмаһына ла ебәрелгән хаталар тураһында мәғлүмәт еткерелмәүе билдәле булды. Түңәрәк өҫтәлдә проблеманы хәл итеү бурысы ҡуйылды.
Рәзилә Ғиниәтуллина




