Скейт майҙаны, амфитеатр, пляж һәм башҡа уңайлыҡтар

Инорс биҫтәһендә «Теплое» күле биләмәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Проектҡа ярашлы, бында ярҙы һәм скверҙы тоташтырыусы йәйәүлеләр юлы төҙөләсәк, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ.

Урында балалар һәм үҫмерҙәр ялын ойоштороу буйынса уңайлы шарттар -  бәүелсәктәр һәм батуттар майҙаны, өҫтәл уйындары зоналарын төҙөү планлаштырылған. Хәүефһеҙлек маҡсатында автомобиль юлдары йорттар яғына күсерелгән. Төҙөкләндереүгә 192 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Биләмә «Уңайлы ҡала шарттары булдырыу» проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелә.

Төҙөлөш апрелдә башланды. 30 сентябргә эште тамамларға тейешбеҙ. Тотҡарлыҡ булдырмау буйынса сара күрәбеҙ. Сеймал Рәсәйҙә етештерелгәнгә төҙөлөш материалдарын килтереүгә ҡаршылыҡтар юҡ.

Илдар Ғәббәсов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Фото №1 - Скейт майҙаны, амфитеатр, пляж һәм башҡа уңайлыҡтар

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ