Уның һөҙөмтәләре буйынса, республика – илдәге иң күп милләтле төбәк. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 4 миллион 100 мең самаһы кеше йәшәй. Был – Волга буйы федераль округындағы иң юғары күрһәткес, тигән һүҙ.
Сәйәсәт белгестәре төбәктең демография торошо менән бергә, социаль-иҡтисади хәлдең яҡшырыуын да билдәләй. Быға һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда республика һәм федераль кимәлдәге проекттарҙың күпләп тормошҡа ашырылыуы ла сәбәпсе, тигән фекерҙә улар.
Азат Ғәлиуллин







