Бөгөн балалар ваҡытҡа ишек асты

Ҡырмыҫҡалы районындағы туристик базала Өфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге менән «Бергә» ғаилә үҙәге   тәрбиәләнеүселәре өсөн «Ваҡыт ишеге» тип исемләнгән квест ойошторолдо. Ике үҙәктән етмешкә яҡын бала төрлө уйындарҙа ҡатнашты, күңел асты.

Кескәйҙәрҙең иң яратҡан урындарының береһе – ҡомлоҡ. Уйынды ойоштороусылар унда пазлдар йәшергән. Балаларға археологтар һымаҡ бумала менән таҙартып уларҙы табырға һәм бер һүрәт йыйырға кәрәк. Был эште улар күмәкләп етеҙ башҡарҙы.

Ҡырмыҫҡалы районындағы турбазала квест үтеүселәр баш ҡаланың «Бергә» һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеүсе үҙәктәрҙән.

«Ваҡыт ишеге» тип аталған квест программаһы өс сәғәткә иҫәпләнгән. Ул үткәнде, хәҙерге заман һәм киләсәкте үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар мәсьәләләрҙе сисеп, киләсәккә барып етергә тейеш.

Аң кимәлен, етеҙлекте үҫтереүгә ҡоролған уйындарҙың саф һауала, тәбиғәт ҡосағында булыуы тағы ла файҙалы, тип билдәләй ойоштороусылар.  

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, йә ауыр тормош хәлендә ҡалған  балалар өсөн квест эшҡыуарҙар ярҙамында үтте. Ул  балалар өсөн байрамдар  уҙғарыусы  агентлыҡ менән берлектә  ойошторолған.

Беҙ быға тиклем дә хәйриәлек менән шөғөлләндек. Яңыраҡ хәйриә фондын рәсмиләштерҙек. Төҙөлөш һәм пассажир ташыу өлкәһендә эш алып барабыҙ. Балаларҙы үҙебеҙҙең транспортта йөрөтәбеҙ.

Илдар Ибраһимов, «Тормош» хәйриә фондын ойоштороусы, эшҡыуар

Туристик базала көнө буйы шатлыҡлы ауаздар яңғырап торҙо. Аниматорҙар һәр балаға иғтибар бүлергә, йылылыҡ өләшергә тырышты. Балаларҙың күңелендә быйылғы йәйҙең тәүге көнө, моғайын, яҡты хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр.

Фото №1 - Бөгөн балалар ваҡытҡа ишек асты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ