«Торатау» конгресс-холында бөгөн «Арт-Ҡоролтай. Балалар» мәҙәни форумы үтте

Икенсе тапҡыр ойошторолған күләмле проект һәләтле балаларҙы үҫтереүгә, уларҙың ижади мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Республика район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар эшлекле, белем биреү һәм күңел асыу кеүек төрлө программаларҙа ҡатнашты.

 Байрамда балаларҙың йәшенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы тиҫтәләп төр майҙансыҡ эшләне. Улар үҙҙәрен алып барыусы, театр һәм кино артисы, хатта сәйәсмән, эшҡыуар ролендә һынап ҡараны. Ә ижади лабораторияларҙа балалар проекттары менән сығыш яһаны. Республика мәғариф учреждениелары үҙ мөйөштәрен булдырып, уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.

Фото №1 - «Торатау» конгресс-холында бөгөн «Арт-Ҡоролтай. Балалар» мәҙәни форумы үтте

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ