Торатау итәгендә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия – интернаты уҡыусылары өсөн пленэр ойошторолдо. Өфөнән Ишембай районына килгән 14 йәш рәссам Юрматы ырыуының изге тауын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙө.
Пейзажды тасуирлағанда улар шихандарҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән дә танышты. Тәжрибәле педагогтар балалар өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тәҡдим итте. «Торатау» геопаркындағы күләмле сара Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты тарафынан уҙғарылды.
Гөлназ Хәйбуллина







