Тарабирҙе ауылы эргәһендәге трассала мотокросс буйынса ярыш үтте. Беренселек өсөн райондан һәм Өфө, Салауат ҡалаларынан 40-тан ашыу райдер көрәште. Уларҙың иң кесеһенә ни бары 5 йәш ине.
Номинациялар йәш һәм мотоцикл класы буйынса билдәләнде. Сараны асыу тантанаһында спортсыларҙы район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Вадим Костромин сәләмләне. Кушнаренко районы үҙәгендә «Мото-Тайфун» клубы эшләп килә. Секцияла 5 йәштән 16 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар шөғөлләнә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




