Һабантуй – хеҙмәт байрамы, ә балаларҙың бурысы – уҡыу

Йәй башланыуы һәм балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Юлдаш” радиоһы Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыларын байрамға йыйҙы.»Юлдаш» радиоһы үткәргән байрамға гимназия уҡыусылары ғына түгел, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә килде.

Байрам һабантуйы мәктәптә “Ҡурай” исемле йәйге лагерҙы асыу мәленә тап килде. Сараның концерт өлөшөн гимназия уҡыусылары, “Тамыр” балалар студияһы сығыштары йәмләне. Аҙаҡ ат сабышы, көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү, арҡан тартыу кеүек милли уйындар һәм квест ойошторолдо.

Майҙансыҡта тағы дартс, шашка, бүләк ҡырҡыу, һыу ташыу уйындары, бейеү флешмобы үткәрелде. Әүҙемлек күрһәтеүсе балаларға махсус валюта - “юлдашиктар” таратылды. Уларға байрам аҙағынан һәр кем үҙенә теләгән бүләк алды.

Сараның төп алып барыусылары – “Үәт шәп кис” эфиры егеттәре. Радио хеҙмәткәрҙәре балалар менән ихлас аралашты.

 “Юлдаш” радиоһы Йәштәр көнөнә «Иң әүҙем ауыл конкурсы» еңеүселәренә шәп тамаша тәҡдим итмәксе. Тимәк, эфирҙа ғына түгел, эфирҙан тыш та осрашыуҙар алда күп әле.

Фото №1 - Һабантуй – хеҙмәт байрамы, ә балаларҙың бурысы – уҡыу

Айбулат Сәсәнбаев

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ