Белорет районы Тимер юлы ауылында теркәлгән осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙ «Урал-Ком» подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре «Башнефть-Розница» йәмғиәте биләмәһендә резервуарҙы технологик таҙартыу менән шөғөлләнгән.

Ошо мәлдә газ-һауа ҡатнашмаһына ут тоҡана. Ваҡиға һөҙөмтәһендә дүрт кешенең тәне бешә. Ҡазаға тарыусылар дауаханаға һалына. Уларҙың икәүҙе ауыр хәлдә. Килеп тыуған хәлде асыҡлау буйынса комиссия төҙөлгән.

Фото №1 - Белорет районы Тимер юлы ауылында теркәлгән осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ