Баш ҡала парктары, концерт залдарында малай-ҡыҙҙар өсөн бай программалы тамаша ойошторолдо. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә күңел асыу саралары уҙғарылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Баш ҡала парктары ҙур балалар баҡсаһын хәтерләтә, сөнки бөтә төбәктәрҙә 1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үтә. Ошо йәһәттән төрлө майҙансыҡтарҙа квест, мауыҡтырғыс уйындар, күңелле ярыштар ойошторолдо.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 1950 йылдың 1 июненән билдәләнә. Рәсәйҙә лә был байрам күптән матур йолаға әйләнде. Йәйге кнаикулдың тәүге аҙнаһында үткән сара төрлө йәштәге малай-ҡыҙҙарҙы берләштерә.
Башҡортостанда 900 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Йәйге каникул осорона уларҙың бер өлөшө ял лагерҙарына, икенселәре ауылға өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа юллана.
Балаларҙы яҡлау көнөндә «Башҡортостан» концерт залында бай йөкмәткеле тамаша ойошторолдо. Йыр-бейеү, уйындарҙан тыш, балалар үҙҙәре төшөргән һүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Оҙайлы ялдарҙы көтөп алған малай-ҡыҙҙар йәйҙең тәүге көнөн шатланып уҙғарҙы.
Флорида Ким







