Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре буйынса, ил халҡы 147 миллионға еткән. Башҡортостан халыҡ һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында, беҙҙә 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Был Волга буйы федераль окургындағы иң юғары күрһәткес. “Республикала халыҡ һаны артыуын иҡтисади шарттар менән аңлатабыҙ”, - ти Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге ғилми хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты Азамат Барлыбаев.







