Унда Рәсәй төбәктәре, Беларусия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Төркиәнән ҡатнашыусылар килгән. Эшлекле йыйын барышын хәбәрсебеҙ Бәйтулла Фәтҡуллин яҡтырта.
-Рәхмәт! Беҙҙең студия менән тура бәйләнештә хәбәрсебеҙ Бәйтулла Фәтҡуллин булды. Инвестиция форумы 4 июнгә тиклем дауам итә. Унда экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһы үҫеше, уңайлы ҡала мөхите темалары ҡарала. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың мәҙәниәте һәм аш-һыуҙары менән таныштырыу була.




