Бөгөн Сибайҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы башланды. Унда федераль һәм республика дәүләт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Форумда экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһы үҫеше, уңайлы ҡала мөхите темалары ҡарала. Бөгөн бизнес -шерифтар өсөн дә ултырыш үтте. Әбйәлил районы бизнес-шерифы Артур Дәүләтбаев һөйләй.




