Уға танылған гимнастика оҫтаһы, ике тапҡыр Олимпия чемпионы Светлана Хоркина исеме бирелде. Был турала объектты асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Үҙәккә 2019йылда нигеҙ һалынды, төҙөлөш өсөн 848 миллион һум тотонолдо. Тантанала шулай уҡ Рәсәй спорт министры Олег Матыцин, илдең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы етәксеһе Ирина Роднина, Рәсәй көрәш федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили ҡатнашты.




