Башҡортостан Өфөләге яңы Ағиҙел аръяғы биҫтәһен үҫтереү өсөн 8,4 миллиард һум аласаҡ

Бөгөн Башҡортостан башлығы видеокәңәшмә форматында Рәсәй төбәктәрен үҫтереү Хөкүмәт комиссияһы президиумында ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин уҙғарҙы. Ултырышта төбәктәрҙең инженер селтәрҙәре төҙөлөшө һәм реконструкцияһы проекттарын финанслауға һайлап алыу буйынса ғаризалары ҡаралды

Радий Хәбиров Ағиҙел аръяғы микрорайонын һыу менән тәьмин итеү проектын тәҡдим итте. Яңы биҫтәлә 20 миллиард һумға энергетика объекттары төҙөлгән, һыу һәм канализация үткәреү мәсьәләһе тора. Федераль комиссия 8 миллиард һумдан ашыу суммаға ғаризаны ыңғай баһаланы.

Фото №1 - Башҡортостан Өфөләге яңы Ағиҙел аръяғы биҫтәһен үҫтереү өсөн 8,4 миллиард һум аласаҡ

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ