«Торатау» конгресс-холында бөгөн ошо уңайҙан тантаналы сара уҙҙы. Байрамда республика төбәктәренән мирауай судьялар һәм өлкә хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Радий Хәбиров социаль һорауҙарҙы көйләүҙә, төбәк халҡының хоҡуҡтарын яҡлауҙа уларҙың эшенең мөһимлеген билдәләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
Мирауай судьялар институтына республика етәкселеге яғынан һәр ваҡыт ҙур иғтибар бар. 2006 йылда илдә тәүгеләрҙән булып беҙҙә мирауай судья ярҙамсыһы вазифаһы булдырылды, суд участкалары 183 -тән 215- кә еткерелде, тине Башҡортостан башлығы.
Башҡортостан беренселәрҙән булып мирауай судъялар һәм суд приставтары араһында электрон документ әйләнеше булдырҙы. Был суд ҡарарҙарының тормошҡа ашырыу ваҡытын тиҙләтә. Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш шарттары өсөн Хөкүмәттән ремонт өсөн аҡса бүленәсәге тураһында ла белдерҙе.
Рәмилә Исмәғилева







