Муса Гәрәев исемендәге мәктәп егеттәре вертолет йөрөтөргә өйрәнде

Тәүге осоу. Өфөлә Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты егеттәре вертолет йөрөтөргә өйрәнде. Киләһе йылда уҡыуын хәрби училищела дауам итергә теләгән кадеттар өсөн аэроклубта практика ойошторолдо. Егеттәрҙе өйрәтеү өсөн Күмертауҙа етештерелгән К-26 вертолеты йәлеп ителде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Тәүге тапҡыр вертолет йөрөтөп ҡараған Сыңғыҙ Иҫәндәүләтов хәрби летчик булырға теләй. Ошо маҡсат менән Баймаҡ районы егете Өфөләге кадет корпусында уҡый. Киләһе йылдан ул Сызрань хәрби авиация училищеһында белем алырға әҙерләнә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырыу өсөн улар Өфөлә вертолет йөрөтөргә өйрәнә.

Вертолет йөрөтөү өсөн өсөнсө курсты тамамлаған иң тырыш егеттәр һайлап алынған. Хәрби осоусы һөнәренең яуаплылығын аңлап, күҙҙәре янып торған кадеттар ғына был йүнәлештә эшләй ала. Белгестәр әйтеүенсә, вертолет менән идара итеүсе кеше транспортты һәм һауаны йөрәге менән тойорға тейеш.

Аэроклуб ҡарамағында 20 кадет осоу практикаһын үтте. Уларҙы вертолет йөрөтөргә өйрәтеү өсөн Рәсәйҙә етештерелгән авиатранспорт йәлеп ителде.

Фото №1 - Муса Гәрәев исемендәге мәктәп егеттәре вертолет йөрөтөргә өйрәнде

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ