Хәҙер баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар бер билет буйынса ике ҡатлы автобуста ла, теплоходта ла йөрөй ала. Ҡатнаш тур ике сәғәткә иҫәпләнгән. Экскурсияға тәүгеләрҙән булып БЮТ каналының ижади төркөмө лә саҡырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы янынан ҡуҙғалған ике ҡатлы автобус Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап бәләкәй сәйәхәткә илтә. Экскурсовод билдәләнгән маршрут буйынса мәҙәни мираҫ объекттары, архитектура һәйкәлдәре менән таныштыра. Әйтәйек, археология һәм этнография музейы урынлашҡан йорт ҡасандыр сауҙәгәр Елена Поносоваға ҡараған. Сәфәр барышында билдәле шәхестәрҙең биографияһы ла яҡтыртыла.
Салауат Юлаев һәйкәленең тарихы, Ете ҡыҙ тураһында риүәйәт, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры төҙөлөш этаптары, Рудольф Нуриевтың донъя сәхнәһен яулауы. Өфө буйлап ойошторолған ҡырҡ минутлыҡ сәйәхәт барышында экскурсоводтар бай мәғлүмәт еткереп, ҡаланы яңы яҡтан асырға ярҙам итә. Дуҫлыҡ Монументы янында туҡталыш яһала. Бында пассажирҙарға транспортты алмаштырырға тура килә. Комбо-билет буйынса Ағиҙел йылғаһы буйлап сәфәр ойошторола.
Бындай форматтағы тур Өфөлә беренсегә үтә. Тәүгеләрҙән булып комбо-билет буйынса сәйәхәткә баш ҡаланың туристик һәм ивент-индустрия хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Теплоходта байрам кәйефе хакимлыҡ итте. Һәр кем экскурсия тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты.
Ҡунаҡтар Ағиҙел йылғаһы менән һоҡланған арала милли туристик ойошма судоходство компанияһы менән хеҙмәттешлек тураһында килешеү төҙөнө. Экскурсияны ойоштороусылар билдәләүенсә, автобус туры һәм теплоход өсөн айырым түләгәнсе, комбобилет һатып алыу күпкә отошло, арзаныраҡҡа төшә. Алты йәшкә тиклем балалар иһә бушлай сәйәхәт итә.
Гөлназ Хәйбуллина



