2018 йылда 7 йәшлек спортсы Владимир Путиндан һикереү соҡоро төҙөүҙәрен һорағайны. Ил башлығы Дарьяның ниәтен хупланы һәм һөҙөмтәлә Өфөлә өр яңы спорт комплексы барлыҡҡа килде.
Светлана Хоркина исемен йөрөтәсәк спорт гимнастикаһы үҙәген асыуҙа Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр олимпия чемпионы Ирина Роднина һәм башҡа бик күп билдәле спортсылар ҡатнашты.
Спорт гимнастикаһы үҙәге элекке гараж коопераптивы урынлашҡан ерҙә, Аврора урамында төҙөлдө. Уның дөйөм майҙаны – 9 мең квадрат метрға яҡын. Унда художестволы гимнастика, батут спорты менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бар. Шулай уҡ ситтән килгән спортсылар өсөн утыҙ урынлыҡ ҡунаҡхана ла ҡаралған. Илдең спорт етәкселеге сәләмәт киләсәк быуын тәрбиәләүгә һалған тырышлығы һәм гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырғанына ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Гимнастика үҙәгендә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар уҙғарыу мөмкинлеге бар. Сығыш яһаусыларҙы ҡарау өсөн 310 урынға трибуна төҙөлгән. Ә спорт менән шөғөлләнеүселәр залдары 700 балаға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров үҙәкте Светлана Хоркина шефлыҡҡа аласағын белдерҙе.
Айнур Кәбиров




