Донъя халыҡтары 7 мең самаһы телдә һөйләшә. Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн күп кенә телдәргә һәм уларҙың диалектына юғалыу хәүефе янай. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында “Рәсәй халыҡтары телдәре проблемаһы”на халыҡ-ара ғилми конференция үтә. Ул онлайн тәртиптә ойошторолған. Форумда ил төбәктәре, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Франция һәм башҡа сит илдәрҙән ғалидар ҡатнаша. Институт директоры, фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина:
Быйыл Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 100 йыллығын билдәләй. Фәнни конференция юбилейға арналған сараларҙың береһе.





