Документҡа Сибайҙағы инвестиция форумында ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы Бөрйән районында киләһе йылдарҙа туристик базалар булдырыла. “Был туристар һаны артыуға булышлыҡ итәсәк”, ти район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
“Леспром” акционерҙар йәмғиәте өсөн дә был отошло килешеү. Сөнки Бөрйән районы туристар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ойошма етәксеһе Алмаз Баҙамшин.







